Головна

Тема № 10

Пунктуацияға өйрәтеү методикаһы.

10. 1 Башҡорт теленең пунктуация нигеҙҙәре.

Пунктацион ҡағиҙәләре һәм синтаксик материалдың үҙ-ара мөнәсәбәте. Һөйләмде грамматик, мәғәнәүи һәм интонацион күҙлектән анализлау. Пунктограмма һәм уның типтары тураһында төшөнсә.

10. 2 Пунктуацияға өйрәтеүҙең махсус метод һәм алымдары. Пунктуацион күнекмәләр булдырыу. Пунктуация буйынса күнегеүҙәрҙең үҙенсәлектәре һәм дидактик материал һайлау. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын үҙләштереү менән бәйле ҡыйынлыҡтар. Уҡыусыларҙы тыныш билдәләренең вариантлы һәм факультатив ҡуйылышы менән таныштырыу маҡсатында, төп ҡағиҙәләр менән бер рәттән, пунктацион материалды киңәйтеү.

10. 3 Пунктацион хаталарҙы иҫкәртеү, типик хаталар һәм уларҙың төп сәбәптәре.

Хаталарҙы классификациялау. Пунктацион хаталар өҫтөндә эш системаһы.

Пунктацион күнекмәләрҙең тәбиғәте, уларҙы формалаштырыуҙың психологик нигеҙҙәре.

10. 4 Синтаксис курсына бәйле пунктуация ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеүҙең эш төрҙәре, ысулдары һәм алымдары (тыныш билдәһе ҡуйҙырыу, миҫалдар уйлатыу, әҙәби китаптарҙан теге йәки был ҡағиҙәгә һөйләмдәр һайлатыу, тексты яттан яҙҙырыу һәм тыныш билдәһе ҡуйҙыртыу, схемалар төҙөү, яҙма эштәр үткәреү һ. б.).

10. 5 Айырым пунктацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү методикаһы.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре ҡуйыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Бәйләнешле текстарҙың пунктуацияһы.

Пунктуация һәм телмәр үҫтереү. Пунктуация һәм интонация, тасуири уҡыу. Монологик һәм диалогик телмәрҙә интонацион биҙәктәр һәм пунктуация.

 



Тема № 9 | Тема № 12

Тема № 1 | Тема № 3 | Тема № 6 | Итоговая оценка по дисциплине | РАБОЧАЯ ПРОГРАММА |

© um.co.ua - учбові матеріали та реферати