На головну

Тема № 9

9. Орфографияға өйрәтеү методикаһы.

9. 1 Мәктәптә орфография уҡытыуҙың бурыстары һәм йөкмәткеһе

Башҡорт телен уҡытыу методикаһының орфография бүлеген өйрәнгәндә, төп бурыс булараҡ, тулы һәм теүәл бер системалы аңлатыу.

Профессор Ж. Кейекбаев буйынса башҡорт теле орфографияһының ҡағиҙәләр йыйылмаһы бүленеше:

1) айырым һүҙҙәрҙең һәм ялғауҙарҙың яҙылышы (башҡорт телендәге сингармонизм законы һәм эргәләш торған тартынҡыларҙың ярашыу күренештәре);

2) һүҙҙәрҙең бергә, дефис һәм һыҙыҡ аша яҙылыуы;

3) һүҙҙәрҙе бер юлдан икенсе юлға күсереү;

4) һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылыу осраҡтары;

5) ҡыҫҡартылған һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең орфографияһы принциптары.

9. 2 Орфографик хаталарҙың төрҙәре:

- ялғауҙарҙың нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар менән бирелеүе;

- өндәрҙең оҡшатыу (сингармонизм) күренеше;

- куплек ялғауҙарының дүрт төрө;

- цифрҙар менән килгән һандарҙа ялғауҙарҙың яҙылышы;

- урын-ваҡыт килеше ялғауҙары һәм теркәүес, киҫәксәләрҙең яҙылышы;

- беренсе хәрефтәре генә алынған ҡыҫҡартылған ҡушма исемдәрҙә ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы;

- исемдәрҙең килеш ялғауҙары;

- һүҙҙәрҙең бергә, дефис һәм һыҙыҡ аша яҙылыуы;

- һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү;

- һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылышы;

- ҡыҫҡартылған һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

9. 3 Орфографияны уҡытыу принциптары:

- педагогикала һәм методикала ҡулланылған мөһим принциптарҙың береһе булараҡ аңлылыҡ принцибы;

- системалылыҡ принцибы;

-еңелдән ауырға, таныштан таныш түгелгә, ябайҙан ҡатмарлыға һ. б. принциптар.

9. 4 Орфография уҡытыуҙың методтары.

Бөгөнгө башҡорт әҙәби теле орфографияһының торошо, уның үҙенсәлектәре, яҙыу процесы тәбиғәте һәм уның телмәр процесына йоғонтоһо, уҡыусылар психологияһы, тирә-яҡ мөхит һәм балалар телмәренең үҙенсәлектәренән сығып уҡытыу алымдары, юлдары һайлана. Уҡыусыларҙың теманы дөрөҫ үҙләштереүе, дәрестең уңышы уҡытыусының отошло юл һайлауына ҡайтып ҡала.

Орфографияға өйрәтеүҙә ныҡлы урын алған алымдар һәм күнегеүҙәр төрө:

- туранан-тура күсереп яҙыу;

- өҫтәлмә эш менән күсереп яҙыу;

- ҡатмарландырылған күсереп яҙыу;

- тултырып күсереп яҙыу.

Орфографияға өйрәтеү алымы булараҡ диктант һәм уның төрҙәре: аңлатмалы диктант, биремле диктант, иҫкәртмәле диктант һ.б.

Орфографик анализ.

 



Тема № 6 | Тема № 10

Тема № 1 | Тема № 3 | Тема № 12 | Итоговая оценка по дисциплине | РАБОЧАЯ ПРОГРАММА |

© um.co.ua - учбові матеріали та реферати